Студопедия — Р кемдең үҙ «Шәжәрә»һе булһын!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Р кемдең үҙ «Шәжәрә»һе булһын!






...Бынан бер нисә йыл элек мин Йыһат Солтановтың «Төнгө хәбәр» тигән ҡулъяҙма шиғырҙар йыйынтығы [22] менән танышҡас, беҙҙең әҙәби ҡор һаман ишәйә бара, тип ҡыуанып, көндәлеккә ошо һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйғайным. Уның тәүге китабы сығыу менән был фекер көсәйә генә төштө. Мостай Кәрим әйтмешләй, әҙәбиәтебеҙгә Яңы шиғыр китабы ғына түгел, ә Яңы шағир килде, тиергә мөмкин.

Йыһаттың тормош юлы ла бик күптәр өсөн, айырыуса Нур Хәбиров менән Шакир Ғәлин өсөн, ғөмүмән, бөтәбеҙ өсөн дә бик фәһем алырлыҡ. Йыһат мәктәптә уҡып ни бары дүрт класс бөткән. Һуңынан аяҡтан яҙып, байтаҡ йылдар урынынан да ҡуҙғала алмай ятҡан. Тик үҙенең иҫ киткес ныҡышмалылығы, ихтыяр көсө менән әҙәбиәт өсөн аяҡҡа баҫып, — ҡайҙа тиһегеҙ?! — Балтиҡ хәрби флотына киткән. Үҙ алдына уҡып, урта мәктәпте тамамлаған һәм бына хәҙерге көндә өс бала атаһы булып, эшләгән көйө Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире булып ултыра. Хикәйәләр ҙә, повестар ҙа яҙа. Ә иң мөһиме — ғәжәп оригиналь шағир ҙа. Шулай уҡ уның тел байлығы, фантазияһы, тәрән белемле булыуы, эш һөйөүсәнлеге, ихтыяр көсө мине хайран ҡалдыра. Йыһат универсаль талант эйәһе, тиер инем мин. Бәлки, был үҙенсә бер ҡаһарманлыҡтыр ҙа әле. Был һүҙҙәрҙән уның һис тә башы әйләнеп китерлек йомшаҡлығы юҡ. Сөнки ул бик күп һынауҙар үткән, үҙенең тамырҙары менән үҙ халҡының оло тарихына ерегеп үҫкән баҙыҡ нәҫел ағасы тамырҙары хаҡында йыр яҙған, үҙенең шиғри шәжәрәһен тапҡан кеше.

Тимәк, әҙәбиәткә килеү юлдары ла әҙәбиәттең үҙе кеүек үк төрлөсә һәм ҡыҙыҡ. Ысын талант үҙ быуынынан 15 йылға һуңлап [23] килеп тә үҙ ҡорҙаштары араһында үҙ урынын табырға мөмкин икән... (Рәми Ғарипов. Әҫәрҙәр, II том. Өфө «Китап» — 1998; 582 — 583-өнсө биттәр).

 

«Минең шәжәрәм» Башҡортостан совет автономиялы республиканың яҡынлашып килгән 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы рухланып яҙылғайны; яңы ғына Мәскәүҙән яҙыусыларҙың ике йыллыҡ курсында уҡып ҡабилиәтләнеп ҡайтҡан ялҡынлы шағир Абдулхаҡ ағай Игебаев та шул уҡ дата айҡанлы «Урал тауышы» тигән ҙур күләмле поэмаһын килтереп һалғайны «Ағиҙел» редакцияһына, ләкин журналда минең әҫәрҙе бирергә булдылар (ул «Ағиҙел»дең 1969 йыл 11-енсе һанында донъя күрҙе), ә Абдулхаҡ ағайҙыҡы «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫылып сыҡты. Был әҫәрҙе ижадымдың сорғолошо итеп күргән ҡәләмдәштәрем миңә ихлас күңелдән уңыш юраны:

 

Протокол. 9 ғинуар 1969 йыл. Поэзия секцияһы.

Ҡатнашалар: Х. Ғиләжев, Ә. Мирзаһитов, Ғ. Әмири, Ф. Иҫәнғолов, В. Исхаҡов, Й. Солтанов, М. Сөндөклө;.

Йыһат Солтановтың «Минең шәжәрәм» исемле поэмаһын тикшереү;.

Фекер алышыу.

Ғ. Әмири. Был поэма үҙенсәлекле генә сюжет менән яҙылған. Мин был әҫәрҙе өс-дүрт тапҡыр уҡыным инде. Поэма Р. Ниғмәти әҫәрҙәре стилендә эшләнгән. Был вариантын ул ныҡ ҡына ҡараған.

Поэма бар. Ләкин әле ҡытыршы урындары ла юҡ түгел. Прозаизм да ныҡ һиҙелә. Редактировать итергә кәрәк.

Әгәр журналға тәҡдим итергә булһа — ҡыҫҡартырға кәрәк буласаҡ;.

Фекерем ыңғай.

Ф. Иҫәнғолов. Мин һөйөндөм. Тап Октябрь тураһында тупланған әҫәр.

Х. Ғиләжев (реплика). Патетика бар!

Ф. Иҫәнғолов. Миллилек һәм тоташ донъяға ла әйтеп була торған әйбер бар бында. Бөтә донъя тураһында һөйләүе менән дә әһәмиәтле. Традиция ғына һыймай торған форма табылған. Бәлки, Маяковский ҙа юҡҡа ғына шулай яҙмағандыр.

Публицистика көслө;.

В. Исхаҡов. Поэма, ысынлап та, ҡыуандыра. Патетика көслө бирелгән. Автор кантон менән генә эш итмәй, ә донъя күләме менән мөнәсәбәттә;.

Замечаниелар: тарих дөрөҫлөгөнә айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Был яҡтан Ҡараһаҡал, Батырша тураһында ла уйланмай булмай. «Ленинизм шәүләһе» — икенсе төрлө әйтеү урынлы булыр ине. Поэмаға ыңғай баһа бирәм.

Ә. Мирзаһитов. Мин икенсе тапҡыр тыңлайым. Автор ашыҡ-бошоҡ төҙәткәнгә оҡшамай. Айырыуса интернациональ-социалистик йөкмәткеһе менән һәйбәт. Мин дә Вәзихҡә ҡушылам. «Ленинизм шәүләһе»н икенсе һүҙгә күсерергә кәрәк.

«Сирмеш» тип әйтмәҫкә кәрәк. Тағы бер ясность: тарихи факттар буталсығыраҡ бирелә. Бабич исеме лә аҡланмай әле.

Әҫәрҙең тәүге өлөшө монотонлыраҡ уҡыла. Ҡарарға кәрәк.

Әҫәр донъя күрергә тейеш.

Х. Ғиләжев. Был әҫәре менән Й. Солтанов быға тиклем әйтелмәгән, дөрөҫө, ҡайһы берәүҙәр әйтергә теләп тә, әйтә алмаған фекерҙе әйтә алған. Был йәһәттән ул байтаҡ ҡына шағирҙарҙың моронона сиртте. Әҫәрҙә дөйөм кешелек заботаһы көслө бирелгән.

Шағирҙың позицияһы дөрөҫ: коммунист-интернационалист позицияһы. Бында Межелайтис телгә алынды. Ә бит уның ижады ла ана шул позицияла яҙыла.

Эпосты хәтерләтә;.

Ҡайһы бер урындарҙы ҡарап сығырға кәрәк булыр. Ҡайһы бер орг. саралар ҙа күрербеҙ. Авторға ярҙам итеп, подстрочник эшләтергә кәрәк буласаҡ;.

Ҡарар: Йыһат Солтановтың «Минең шәжәрәм»ен китап нәшриәтенә тәҡдим итергә;.

Председатель: Ғ. Әмири.

Секретарь: В. Исхаҡов.

 

Ултырыш осланыуға, ирәбе ағайҙарым Вәзих Исхаҡов менән Фәрит Иҫәнғолов эргәмә килеп ҡулымды ҡыҫып, пинжәгемдең түшенә Ғәлимов Сәләм исемендәге комсомол бүләгенең билдәһен тағыр өсөн йәһәтләп тишек тишә башларға кәңәш иттеләр, ә Яҙыусылар берлеге рәйесе Лоҡман-Хәким ағай Ғиләжев иһә поэмам тексының бер данаһын кисекмәҫтән радиокомитеттың әҙәби тапшырыуҙар бүлеге мөдире Яҡуп Ҡолмойға илтеп бирергә ҡушты — Бөйөк Октябрь юбилейы көндәрендә шиғриәтем эфирҙан тос яңғырарға тейеш ине. Пинжәгемдең түшенә тишек тишергә йыйынмаһам да, һуңғыһын тиҙләтеп үтәнем, ә Хәким ағай үҙ сиратында Яҙыусылар берлеге иҫәбенән поэмамдың урыҫсаға юлма-юл тәржемәһен дә эшләттерҙе (Шамил Анаҡтан) — исемем урыҫ әҙәбиәтендә лә мәғлүм булмаҡсы имеш... Ләкин секция һәм Хәким ағай билдәләгән изге маҡсаттар береһе лә бойомға ашманы — ҡотоптан ҡапыл боҙло һыуыҡ бәргәндәй, яртылыҡ юлында туңып ҡалды; ошонан һуң йыш ҡына редакцияла, редактор Әсғәт Мирзаһитовтың эш өҫтәле йәнәшәһендә, уның менән ни тураһындалыр шыбырлашып ултырыусы КГБ кешеһе үҙенең сәйер визиттарын йышлатты; Мирзаһитовтың миңә ҡарата мөнәсәбәте һиҙелерлек һыуынды һәм шиклеләнде — органдарҙың ҡалпағы аҫтында йәшәүемдең асыҡ дәлиле ине был... Әммә яҙмышымдың ҡағып-һуғыуҙарына күнегә-күнегә эт ҡайышына әүерелгәнлектән, ҡәләм тибрәтеүсе байтаҡтарыбыҙға хас булған әсе хәмерле “ижади кризис”ҡа бирелмәнем -- “Ағиҙел”дә “Портреттар” тигән шиғри шәлкемем баҫылып сыҡты һәм был юлы ла, ҡәләмдәштәремдең үле тынлыҡ һаҡлауын боҙоп, боҙланып барған күңелемде Ғәйнән Әмири ағайымдың аҡ ҡағыҙ битенә яҙылған йылы һулышы иретте:

Зиһат!

Ике “Портрет”ты уҡып сыҡтым. “Эт йәнле” хаҡында бер ни ҙә әйтмәйем. Шулай ҙа, минеңсә, был бик тә шәп повесть материалы. Ихтыяр көсө, рух баһадиры хаҡында повесть.

Ә “Өҫтөнбикә” -- тетрәткес. Был әйбер -- Көнбайыш илдәрендә XIX быуаттан киң таралған классик балладалар кимәленә яҡынлашҡан. Үҙе -- бик тә колоритлы. Башҡорт материалында һәм рухында. Тағы -- мин һәр ваҡыт һоҡланып йәшәгән башҡорт ҡатынына дан йыры ла был.

Молодец, Зиһат!

Моғайын, һин беҙҙең әҙәбиәттә баш етерлек эштәр башҡарырһың әле. Һаулыҡ бирһен үҙеңә;.

15.VI.69. Әмири.

 

1969 йылда «Йондоҙ ямғыры» (элекке исеме «Төнгө хәбәр») тигән шиғри йыйынтығым, оҙон-оҙаҡ көттөрөп, Ғәйнан ағай Әмириҙең йәмәғәтселек башланғысындағы редакторлауында, ниһәйәт, баҫылып сыҡты. Китапҡа ҡарата «Ағиҙел» журналында Рауил Бикбаевтың «Аҫыллығын тойоп донъяның...» тигән ыңғай ҡарашлы мәҡәләһе күренде. Һәм, бигерәк тә, Ғәйнан ағайымдың сикһеҙ-ихлас ҡыуаныслы фекернамәһе күңелемде шифалап тора һаман:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 509. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Неисправности автосцепки, с которыми запрещается постановка вагонов в поезд. Причины саморасцепов ЗАПРЕЩАЕТСЯ: постановка в поезда и следование в них вагонов, у которых автосцепное устройство имеет хотя бы одну из следующих неисправностей: - трещину в корпусе автосцепки, излом деталей механизма...

Понятие метода в психологии. Классификация методов психологии и их характеристика Метод – это путь, способ познания, посредством которого познается предмет науки (С...

ЛЕКАРСТВЕННЫЕ ФОРМЫ ДЛЯ ИНЪЕКЦИЙ К лекарственным формам для инъекций относятся водные, спиртовые и масляные растворы, суспензии, эмульсии, ново­галеновые препараты, жидкие органопрепараты и жидкие экс­тракты, а также порошки и таблетки для имплантации...

Что такое пропорции? Это соотношение частей целого между собой. Что может являться частями в образе или в луке...

Растягивание костей и хрящей. Данные способы применимы в случае закрытых зон роста. Врачи-хирурги выяснили...

ФАКТОРЫ, ВЛИЯЮЩИЕ НА ИЗНОС ДЕТАЛЕЙ, И МЕТОДЫ СНИЖЕНИИ СКОРОСТИ ИЗНАШИВАНИЯ Кроме названных причин разрушений и износов, знание которых можно использовать в системе технического обслуживания и ремонта машин для повышения их долговечности, немаловажное значение имеют знания о причинах разрушения деталей в результате старения...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия