Студопедия — Утыҙ ике
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Утыҙ ике






Ҡорҙашым Р. Сафинға.

 

Утыҙ икене лә еткерҙек бит! —

Утыҙ ике тапҡыр Ер шары

Беҙҙең менән һыҙҙы түңәрәген,

Сорнап алды йәй һәм ҡыштарҙы.

 

Утыҙ ике тапҡыр, күк күгәртеп,

Беҙҙең өсөн яңы йыл тыуҙы.

Донъя ғәмен йыйған күңелдәрҙе

Шампанский йә үрт-йәш йыуҙы.

 

Утыҙ ике тапҡыр, өмөт итеп,

Күҙ аттыҡ беҙ төпһөҙ күктәргә.

Утыҙ ике тапҡыр һәм йөкмәндек

Ватан артҡан изге йөктәргә.

 

Утыҙ ике төрлө һөнәр тирҙек,

Утыҙ ике яҙмыш кисереп.

Һәм ышанам: беҙҙең саф йөрәктәр

Етмешкә лә беҙҙе еткерер[20].

 

Беҙҙең нәфрәт, беҙҙең мөхәббәттәр

Утыҙ икеләтә пак булды.

Күкрәктәрҙең күкрәп-тетрәүҙәре

Йондоҙланып күккә атылды.

 

Һөйөклө дуҫ, ләкин һөймәнек беҙ

Утыҙ ике төрлө ҡояшты.

Табында ла, ҡанлы яуында ла

Намыҫыбыҙ булды юлбашсы.

 

Тайпылманыҡ тоғро юлыбыҙҙан,

Аяҡтарҙы йылан саҡһа ла.

Шуға ла шул бөгөн күбебеҙҙең

Бәғерендә яра һаҡлана.

 

Һөйөклө дуҫ, тоғро дуҫым минең,

Ҡаршылайбыҙ ғүмер байрамын.

Утыҙ ике тапҡыр бирәбеҙ һүҙ

Тапатмаҫҡа Намыҫ байрағын.

 

Һин — Өфөлә, ә мин ауылымда,

Тик йөрәктәр тибә бер тигәҙ.

«Ҡояш алып ергә ҡайт!» — тиһәләр,

Менеп китер инек икебеҙ.

 

Һөйөклө дуҫ, икәү күтәрәйек

Икеләтә нурлы бокалды,

Утыҙ икенсе йыл тыуғандарҙың

Утыҙ ике йәше айҡанлы.

 

Һөйөклө дуҫ, утыҙ ике тапҡыр

Ант итәйек илде һөйөргә.

Көн килһә лә, ҡара төн килһә лә,

Халҡым өсөн, тиеп, еңергә!

 

Утыҙ ике әжәл кисермәбеҙ,

Ләкин беҙҙең кискән бер әжәл

Ил алдында антты үтәү булыр —

Халыҡ өсөн түгел бер ни жәл!

 

Һөйөклө дуҫ, тоғро дуҫым минең,

Күтәрәйек нурлы бокалды

Утыҙ икенсе йыл тыуғандарҙың

Утыҙ ике йәше айҡанлы!

3.12.1964.

 

Әҫәрҙәр ҙә бит донъяға үҙ яҙмышы менән тыуа. Был шиғырҙы «Йон-доҙ ямғыры» йыйынтығыма кереткән булһам да, дуҫым Рәми Ғариповтың һүҙен тыңлап, алып ташлағай-ным, шунан һуң да ул бер ваҡытта ла матбуғатта сыҡ-маны. Әйткәндәй, шулай уҡ икенсе дуҫым Рафаэль Сафиндың хупламауы ар-ҡаһында «Мостай Кәрим-гә» тигән шиғырым да ҡулъяҙмала килеш ятып ҡалды. Ә Рәмиҙең үҙе ха-ҡындағы бер нисә шиғы-рым, күпме генә боронғо һәм ныҡлы дуҫтар булһаҡ та, үҙе үлеп байтаҡ йылдар уҙғас ҡына яҙылды...

Рафаэль әйткән «һөйрәлеүсе ритм» тәү си-ратта «Буранлы юлда» ти-гән шиғырға бәйле булып, ҡарлы-буранлы алыҫ Ти-рәкле юлынан өшөп-ҡатып колхоз малдарына һалам ташыған саҡтарҙы иҫкә төшөрә. Атауылла дуҫым йөрөткән ҡарышлауыҡлы трактор, осһоҙ-ҡырыйһыҙ аҡ диңгеҙҙә тулҡындарҙы ярған карап һымаҡ, аҫҡа бер батып, бер ҡалҡып, эс бошорғос талғын дырылдап бара; тауышы бер көсәйеп, бер һүлпәнәйеп сыға; ә ҡарышлауыҡ табанлы «тимер ат» артында беҙ — санала бейек йөк башында буран өйөрмәһе эсендә һерәйешеп ултырып киләбеҙ. Шул хәрәкәт ыңғайына тракторҙың талғын ауазылай оҙон моң — һөйрәлеүсән ритмлы шиғыр үҙенән-үҙе ярала күңелемдә...

Рафаэль ҡорҙаштың баштан уҡ миңә һирпелгән йөрәк йылыһы һәм яҙғы беренсе ҡояш нурҙары тәьҫирендә һалҡын ҡарҙы йырып сығыусы ныҡыш аҡ-сәскәләй бирешмәйенсә үркелеүсе талымһыҙ шиғриәтемде, кеше булараҡ үҙемде лә хөрмәтләүе, әйтә алам, оҙаҡ йылдарғаса һүрелмәй күңелемде биҙә-не. Яҙыусылар берлегенә ағза итеп алынғанымда фатихалап биргән яҙыуы ла (ҡулъяҙмаһы өҫтәрәк) тап ошо хаҡта һөйләй бит:

Яҙыусы Йыһат Солт-ановҡа СССР Яҙыусылар союзы ағзалығына Рекомендация.

Мәғлүм ки, яҙыусылыҡҡа иң яҡшы рекомендация – ул яҙыусының ки-таптары. Йыһат Солтановты мин шағир итеп нығыраҡ беләм. Уның “Йондоҙ ямғыры” исемле шиғри китабы үҙе үк бик һәйбәт рекомендация.

Йыһат Солтанов тормош багажы ҙур булған, әҙәбиәткә үҙенең ныҡлы ҡарашы менән килгән, яҙыусының төп ҡоралы телде үҙенсә яҡшы белгән етди әҙип. Унан, шиғри әҫәрҙәр генә түгел, ҙур күләмле проза әҫәрҙәре лә көтөргә хаҡлыбыҙ. Сөнки ул был өлкәлә лә етди заявкалар бирҙе.

Унан һуң миңә, Йыһат менән бергә эшләгән, уны, яҙыусы итеп кенә түгел, ә кеше итеп тә арыу уҡ белгән әҙәмгә, уның кешелек сифаттары ла ҡәҙерле. Уның менән яңы яҙылып бөткән әҫәрең һәм артабанғы ижад пландарың хаҡында рәхәтләнеп һөйләшеп ултырып була.

Мин, 1960 йылдан биреле Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ, Йыһат Солтановҡа СССР Яҙыусылар союзы ағзалығына фатихамды бирәм.

Р. Сафин. 03.11.1970.

 

Ҡорҙашымдың хатындағы матбуғат таратыу тураһындағы нәсихәтенә килгәндә, ауылыма ҡайтҡас та уҡ башлағайным ул эште. Даими алдыртҡан «Ағиҙел»емде үҙемдән һуң башҡаларға уҡыттым, «Совет Башҡортостаны» гәзитен, көндөкөн көнгә ҡуша тегеп, китапхана уҡыу залының өҫтәлендә ҡалдырҙым. Башҡорт матбуғатына өйҙән-өйгә йөрөп өгөтләп яҙҙырттым. Бына шуға бер миҫал булырҙай хатым:

 

Һаумыһығыҙ, иптәштәр!

Бына мин һеҙгә тағы ла бер шиғыр ебәреп ҡарайым.

Ғинуар айында бер, февраль айында бер тапҡыр шиғырҙар ебәргәйнем, Рафаэль ҡорҙаш ни өсөндөр яуап яҙмай. Әллә өйҙә юҡмы? Әйберҙәрҙең редакция тарафынан нисек баһаланғанын белмәгәс, икеләнеп торам. Билдәһеҙлек.

«Ағиҙел» журналына ҡағылышлы бер-ике һүҙ. Беҙҙең бригаданан быйыл 23 кеше «Ағиҙел»гә яҙылғайны, ләкин, яңы йылдың инде өсөнсө айы китеүгә ҡарамай, беренсе һанын да күргәнебеҙ юҡ. Элемтә бүлеге: «Беҙ бер ни ҙә белә алмайбыҙ, Өфөнән ебәрмәй тоталар», — тип яуап бирә. Тейешле урынға шылтыратып, бына шул мәсьәләне хәл итһәгеҙ ине. Эштәр былай барһа, киләһе йыл подписчиктарҙан ҡолаҡ ҡағыу мөмкин бит.

Иҫән булығыҙ, яуап яҙығыҙ. Бөтәгеҙгә лә ижади уңыштар теләп, Йыһат. 11.03.1964.

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 423. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Дезинфекция предметов ухода, инструментов однократного и многократного использования   Дезинфекция изделий медицинского назначения проводится с целью уничтожения патогенных и условно-патогенных микроорганизмов - вирусов (в т...

Машины и механизмы для нарезки овощей В зависимости от назначения овощерезательные машины подразделяются на две группы: машины для нарезки сырых и вареных овощей...

Классификация и основные элементы конструкций теплового оборудования Многообразие способов тепловой обработки продуктов предопределяет широкую номенклатуру тепловых аппаратов...

Индекс гингивита (PMA) (Schour, Massler, 1948) Для оценки тяжести гингивита (а в последующем и ре­гистрации динамики процесса) используют папиллярно-маргинально-альвеолярный индекс (РМА)...

Методика исследования периферических лимфатических узлов. Исследование периферических лимфатических узлов производится с помощью осмотра и пальпации...

Роль органов чувств в ориентировке слепых Процесс ориентации протекает на основе совместной, интегративной деятельности сохранных анализаторов, каждый из которых при определенных объективных условиях может выступать как ведущий...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия