Студопедия — Ай ҙа, ҡояш та ярамай...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Ай ҙа, ҡояш та ярамай...






Европаның Азия менән сиктәш иң һуңғы һәм, әгәр Себерҙән килһәң, Европаның иң беренсе ҡалаһы ул Көнгөр. Усанан айырмалы, бында тормош һулышы тойола. Урамдарҙа халыҡ күренә, транспорт та улай-былай үтеп тора (Юҡһа, Пермь өлкәһе ҡалаларында әллә халыҡ юҡмы икән, тип аптыранғайныҡ, тәүҙә). 1994 йылда ҡала Думаһы ҡарары менән байлыҡ мөгөҙө (рог изобилия) һүрәтләнгән боронғо герб тергеҙелә.

Көнгөрҙөң тәүге нигеҙе 17 саҡырым ситтәрәк һалына. Ул яндырылғас, 1663 йылда яңы урында яңы ҡала, тау башында ағас Кремль ҡалҡып сыға. Ул сиркәүҙе, воевода йортон, канцелярияны һәм башҡа ҡаҙна биналарын һаҡлай. Ҡаланың бейек диуарҙары яҡшы һаҡ ролен үтәй. 1773 йылдың октябрендә Пермдең провинциаль воеводаһы Пугачев ихтилалы башланыуы хаҡында хәбәр ала. Ҡалала хәрби хәл индерелә, халыҡты мәжбүри рәүештә ике тапҡыр Екатерина Икенсегә тоғролоҡҡа ант иттерәләр. Ныҡлы оборона һыҙаты булдырыла.

Крайҙы өйрәнеү музейының тарих бүлеге мөдире Лариса Юрьевна Елтышева һөйләүенсә, Пугачевтың ваҡытлы штабы Урҙа (Орда) ауылында урынлаша. Беренсе отрядтар 1774 йылдың 3 ғинуарында ҡалаға яҡынлаша. Был ваҡытта Салауат икенсе урында була һәм осадаға Батырҡай Иткинин командалыҡ итә. Көрәштә 7 мең кеше – урыҫтар, башҡорттар, татарҙар ҡатнаша. 15 ғинуарҙа Салауат Юлаев килеп ҡушыла, әммә тиҙ арала яралана һәм уны Красноуфимск яғына оҙаталар. Ҡала биш тапҡыр штурмлана. Һөҙөмтәһеҙ. Салауат киткәс, үҙенең юлбашсыһынан, етәксеһенән яҙған баш күтәреүселәр отряды араһында сыуалыш, үҙ көстәренә шикләнеү башлана. Көнгөр шул сәбәпле яуланмай ҡала. 1775 йылдың йәйендә, мәңгелек төйәге – алыҫ Балтик буйына каторгаға оҙатылыр алдынан Салауат Юлаев Көнгөр ҡалаһында 25 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылыуға дусар ителә...

Уса ҡалаһы музейында булып, бай материалдар менән танышҡандан һуң, Көнгөр музейы йылы тәьҫораттар ҡалдырманы. Салауатты сағылдырған, уны күҙалларға ярҙам иткән берҙән-бер экспонат – Мальцев атлы рәссамдың “Пугачевсыларҙың Көнгөр ҡалаһын осадалауы” картинаһы.

Ғөмүмән, бер ғаиләлә төрлө характерлы балалар булған кеүек, бер өлкәлә лә Крәҫтиәндәр һуғышына ике төрлө ҡараш йәшәүе тойомлана. Уса музейында был осорға тотош бер экспозиция арналһа, Көнгөрҙә Емельян Пугачев “Рәсәй тарихындағы иң яуыз баш күтәреүсе” тип һанала (тарих фәндәре кандидаты Владимир Шкерин ҡаланың юбилейына арнап сығарылған фотоальбомдың баш һүҙендә тап шулай тип яҙа). Ә инде ирек өсөн көрәшеүселәрҙең ҡаланы яулай алмауына 100 йыл үткәс, Собор майҙанында Көнгөрҙө һаҡлаусыларҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйеү билдәһе итеп обелиск күтәрелә. Шул уҡ китапта Шкерин: “1930 йылдарҙа ҡаланы һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мыҫҡыл итеп, “Көнгөрҙө пугачевсыларҙан азат итеү”ҙең 100 йыллығына бағышлап обелиск ҡуйылған майҙанды Емельян Пугачев майҙанына үҙгәрттеләр”, - тип тә белдерә. Күрәһең, азатлыҡҡа ҡарағанда бындағы сауҙагәрҙәр (Көнгөр – сауҙагәрҙәр ҡалаһы) Әбей батшаға баш эйеп йәшәүҙе хуп күргән.

Нисек кенә булмаһын, 1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышын һәр кем үҙенсә баһаламаһын, Көнгөрҙә лә Пугачев урамы бар. Ә Салауатҡа килгәндә инде, районда йәшәүсе башҡорттар уның хаҡында легендаларҙы быуындан-быуынға тарата, йырҙар йырлай, мөнәжәттәр һөйләй. Мәҫәлән, Сания Шәрипова апай былтыр батыр хаҡындағы мөнәжәт башҡарып, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла төшкән. Көнгөр ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Зинера Ғабдулллина әйтеүенсә, Тора ауылы эргәһендә бер тирәккә эленгән сынйыр һаман да тора, имеш. Әммә уны үҙ күҙҙәре менән күреүсе генә юҡ. Легенда буйынса, был ағасҡа карателдәр Салауаттың яуҙаштарының береһен аҫып ҡуйған. Сынйырҙы иһә алып тормаған (бәлки, шулай итеп халыҡ күңеленә шом һалырға, уларҙың рухын һындырырға теләгәндәрҙер?), шул килеш ҡалдырып киткән...

Ҡаланың ситендә Рәсәй тәбиғәтендә бик һирәк осраған Боҙло мәмерйә бар. Оҙонлоғо 5,7 саҡырымға һуҙылып, экскурсия 1 сәғәт 20 минут дауам итә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, уның аша Урҙа ауылына барып сығырға мөмкин. Батырҙың тыуған яғында бер мәмерйәнән икенсеһенә ер аҫты юлдары аша хәрәкәт итеү тактикаһын иҫәпкә алғанда, бында ла шундай варианттың булыу ихтималлығы бар. Бәлки, был мәмерйә, ысынлап та, Салауат мәмерйәһелер? Әммә ҡаялар, башын баҫып, өнһөҙ тора...

...Ҡайтыр яҡҡа, ғәҙәттә, юл ҡыҫҡараҡ тойола. Ысынлап та шулаймы, әллә тыуған яҡҡа ашҡыныу араларҙы ҡыҫҡартамы – белмәҫһең. Моғайын да, быуаттар аша атаһын таптырған малайға ғына түгел, тотош дәүләткә ил атаһы хаҡында Хәтер алып ҡайтыуыбыҙ ашыҡтыралыр. Һәм батыр әҙҙәре буйлап кем генә юлға сыҡмаһын, уның рухын тыуған иленә алып ҡайтыр. Тағы йөҙ, ике йөҙ йыл үтер, йыл һайын Салауат Хәтер Аҡбуҙатына атланып, күңелдәргә Өмөт осҡоно һалып Башҡортостанына ҡайтыр ҙа, Һағыштарға һалып ҡабат Мәңгелеккә ашығыр...

Йыл.

БАТЫРШАНЫҢ ҮЛГӘН ЙЫЛЫ -







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 470. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

БИОХИМИЯ ТКАНЕЙ ЗУБА В составе зуба выделяют минерализованные и неминерализованные ткани...

Типология суицида. Феномен суицида (самоубийство или попытка самоубийства) чаще всего связывается с представлением о психологическом кризисе личности...

ОСНОВНЫЕ ТИПЫ МОЗГА ПОЗВОНОЧНЫХ Ихтиопсидный тип мозга характерен для низших позвоночных - рыб и амфибий...

Алгоритм выполнения манипуляции Приемы наружного акушерского исследования. Приемы Леопольда – Левицкого. Цель...

ИГРЫ НА ТАКТИЛЬНОЕ ВЗАИМОДЕЙСТВИЕ Методические рекомендации по проведению игр на тактильное взаимодействие...

Реформы П.А.Столыпина Сегодня уже никто не сомневается в том, что экономическая политика П...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия