Студопедия — Шундай татлы һин, азатлыҡ һауаһы!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Шундай татлы һин, азатлыҡ һауаһы!






Ҡыҙыҡһыныу еңдеме, әллә азатлыҡтың ниндәй ҙур төшөнсә икәнен тойоп ҡарау көслөрәк инеме – төрмә музейына инеү теләген баҫа алманыҡ. Бер ваҡытта ла тотҡонлоҡта булмаған, иркенән мәхрүм ителмәгән кеше ундағы тормошто күҙ алдына ла килтермәй. Хатта камераларҙа евроремонт яһалып, уларҙа телевизорҙар торған хәлдә лә, һин – тотҡон. “Владимир централы” иһә ауыр енәйәт яһаусылар тотолған федераль төрмә. Унда уртаса 1500-ҙән ашыу кеше ғүмер йомғағын һүтә.

...Беренсе ишектән өсәрләп кенә үткәрәләр. Секундҡа ғына тотҡарландыңмы – тимер сыңы зыңлап киткәндәй ҡәтғи тауыш уйҙарыңды бүлә. Артыңдан ауыр ишек тәрән көрһөнөп ябыла. “Централ ике өлөштән тора – хужалыҡ бүлеге һәм енәйәтселәр тотолған өлөш. Тотҡондар ергә төшмәй, улар өсөн бина башында һауа трассаһы эшләнгән, шунда ғына йөрөйҙәр”, - ти Игорь Валерьевич.

Төрмә биш корпустан тора. Бында заманында төрлө билдәле кешеләр, шул иҫәптән сит ил граждандары, ултырған. Әле “Владимир централы” Германияның Бохум ҡалаһындағы хоҡуҡ төҙәтеү учреждениеһы менән туғанлашҡан. Хеҙмәткәрҙәрҙе бер-береһенә йөрөп, тәжрибә уртаҡлаша икән.

...Танауҙарға яңы бешкән икмәк еҫе бәрелә. Тотҡондар үҙҙәренең икмәкханаһында бешерә уны. Хатта ҡаланы ла ошо изге ризыҡ менән тәьмин итәләр.

Музей урынлашҡан бинала, әйтерһең дә картиналар галереяһы – “зек”тарҙың фантазияһы һәм һәләтенән күҙҙең яуын алыр, иҫ киткес сәнғәт әҫәрҙәре тыуған. Хатта уларҙың төрмә стеналарында эленеп торғанын да онотаһың бер аҙға. Юҡ, күңелендә шундай матурлыҡ йөрөткән кешеләрҙең енәйәтсе булыуы мөмкин түгел. Тимәк, йәмғиәт үҙе ғәйепле, ул үҙе боҙа кеше күңелен. Хәйер, беҙҙә енәйәтсе һүҙен төрлө контекста ҡулланырға мөмкин. Заманында Салауат та бит кемдәр өсөндөр дәүләт кимәлендәге ҡурҡыныс енәйәтсе тип һаналған. Ә беҙ уны йырсы, шағир-импровизатор, үҙаллылыҡ идеяһын йөрөтөүсе батыр тип баһалайбыҙ һәм шулай тип беләбеҙ.

...Ауыр ишектәр тәрән көрһөнөп ябыла. Иректә ҡалған ел йүгереп килеп йөҙгә бәрелә, сәстәрҙе туҙғыта, ҡолаҡтарҙың осона ҡағылып, ҡытыҡлай... Танауҙарға ҡабат яңы бешкән икмәк еҫе бәрелә... Ниндәй татлы һин, азатлыҡ һауаһы!

“Ура, Башҡортостан! Vivat, Башҡортостан!”

Владимирҙан һуң Шупашкарҙа ҡунып, Өфөгә юл алабыҙ. Хәҙер инде Матбуғат министрлығынан шылтыратып, ҡайһы тирәлә булыуыбыҙҙы һорашып торалар. Тиҙҙән Октябрьскийға етәсәкбеҙ. Автобус эсен: “Ура, Башҡортостан!” – тигән оран күмде. Октябрьскийҙа инде үҙебеҙҙе хужаларса тотабыҙ.

Бында ла беҙҙе Салауат рухы ташламаны. Ҡунаҡхана эргәһенән генә Салауат Юлаев исемендәге урам үтә. Киске ашты ашап сыҡҡас та, ошо урамдан айырыла алмайбыҙ.

Артабанғы юл – Өфө. Әммә сәфәребеҙ әле осланмаған – Салауаттың һуңғы төбәгенә барып ҡайтҡан делегация батырҙың тыуған төйәгенә юлланасаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов та, делегация ағзаларын ҡабул иткәндә, башҡа тәҡдимдәр менән бергә был идеяны ла хуплап, фатихаһын бирҙе.







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 504. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Йодометрия. Характеристика метода Метод йодометрии основан на ОВ-реакциях, связанных с превращением I2 в ионы I- и обратно...

Броматометрия и бромометрия Броматометрический метод основан на окислении вос­становителей броматом калия в кислой среде...

Метод Фольгарда (роданометрия или тиоцианатометрия) Метод Фольгарда основан на применении в качестве осадителя титрованного раствора, содержащего роданид-ионы SCN...

Прием и регистрация больных Пути госпитализации больных в стационар могут быть различны. В цен­тральное приемное отделение больные могут быть доставлены: 1) машиной скорой медицинской помощи в случае возникновения остро­го или обострения хронического заболевания...

ПУНКЦИЯ И КАТЕТЕРИЗАЦИЯ ПОДКЛЮЧИЧНОЙ ВЕНЫ   Пункцию и катетеризацию подключичной вены обычно производит хирург или анестезиолог, иногда — специально обученный терапевт...

Ситуация 26. ПРОВЕРЕНО МИНЗДРАВОМ   Станислав Свердлов закончил российско-американский факультет менеджмента Томского государственного университета...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия