Студопедия — Башҡорт ССР-ы Верховный Советы Председателе М. Рәхимов.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Башҡорт ССР-ы Верховный Советы Председателе М. Рәхимов.






Өфө, 1990 йыл 11 октябрь.

Күпселек халыҡ теләктәренең (шул иҫәптән минең дә — өҫтәге мәҡәләмде ҡара!) кәүҙәләнеше ине был.

Буласаҡ беренсе президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың шул бөйөк ваҡиғаға бәйле, киләсәк өсөн бик мөһим телмәре лә бирелде гәзит битендә:

 

ТАРИХИ ВАҠИҒА

БССР Верховный Советы Председателенең йомғаҡлау һүҙе

Хөрмәтле халыҡ депутаттары, суверенлы Башҡортостан граждандары!

Әле генә һеҙҙең менән беҙ республикабыҙ тарихында яңы бит астыҡ, күп милләтле халыҡ тормошонда мөһим, ысын-ысындан тарихи аҙым яһаныҡ. Һеҙҙе, халыҡ депутаттарын, шулай уҡ республиканың бөтә халҡын ошо данлы ваҡиға менән ысын күңелдән ҡотлайым! Башҡортостандың суверенлығын иғлан итеү — демократияның ғәйәт ҙур ҡаҙанышы, күпселек халыҡтың уй-ынтылыштарының ысын кәүҙәләнеше. Беҙҙең халыҡ депутаттары әле генә уның мәнфәғәттәрен тулы асыҡлыҡ менән сағылдырҙы. Ышанам, балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ беҙгә ошо юлды һайлап алыуыбыҙ өсөн рәхмәт уҡыр.

Хәҙер, Башҡорт ССР-ы Верховный Советы республика халҡының яҙмышы өсөн бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алғас, беҙ Декларацияның һәр һүҙе артында кешеләр, уларҙың көндәлек ихтыяждары һәм талаптары тураһында ысын хәстәрлек тороуын ғәмәлдә иҫбат итергә тейешбеҙ;.

Һәр саҡ беҙҙең ерҙә унда йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың ысын туғанлығы, бер-береңдең мәҙәниәтенә, теленә, йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә эскерһеҙ хөрмәт рухы хөкөм һөрөрөнә ышанам. Әйҙә, тыуған Башҡортостаныбыҙҙа тыныслыҡ, хеҙмәт, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт кешелектең төп һиммәттәре булып торһон!

 

Дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияны бойомға ашыра барып, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы республика байрағына, гербына һәм гимнына конкурс иғлан иткәс, мин дә әүҙем ҡатнаштым. Башҡорттоң борон-боронданғы дүрт юлға бүленешенә һәм һәр юлдың елберҙәгенең үҙ төҫөнөң дөйөм үҙәк дәүләт (Башҡортостан) күләмендә бергә тупланышына нигеҙләнгән дүрт (өҫтән — аҫҡа ҡарай тәртиптә) — һары, күк, ҡыҙыл, ҡара төҫтәрҙәге дәүләт байрағының һәм гербының проекттарын, тарихи нигеҙләп, «Йәшлек» гәзитендә ташҡа баҫтырып сығарҙым (тик эҙемтәһеҙ ҡалды). Ә төрлө авторҙар тарафынан тәҡдим ителгән дәүләт гимны текстарының хөкүмәт комиссияһы тарафынан йәмәғәтселек ҡарамағына һайлап алынған туғыҙы (авторҙары — Ш. Бикҡол, Х. Юлдашев, Рауил Шаммас, Т. Ҡарамышева, И. Кинйәбулатов, А. Игебаев, Й. Солтанов һ.б.) «Башҡортостан» гәзитенең 13 апрель, 17 май һандарында төрлө девиздар аҫтында баҫылып сыҡты, минеке ошолай ине:

 

 

Башҡортостан Гимны

 

Уралда яралдыҡ, Ҡояштан нур алдыҡ,

Ер-һыуын, һауаһын йән итеп беректек.

Башҡорттоң бишеге — Тәүтөйәк Уралым,

Баһадир илеңә бир берлек, бөйөклөк!

 

Ирекле, йөрәкле, мөстәҡил азат ил

Милләттең дәүләтен төҙөнө, яҙып бил.

Дуҫтарын ул ҡаҡмаҫ, яттарын буйлатмаҫ,

Көр ҡорға тупланып халыҡтар йәшәр гел!

 

Уралдың алтыны, йөрәктең ялҡыны

Төндәрҙе дөрләтер — сигенер һалҡыны.

Улдарын, ҡыҙҙарын бәхетле айбарлап

Дәүләтем ҡалҡынды, донъяға балҡыны!

 

Эй ерем кендеге, сал төйәк Уралым,

Йәшәһен егәрле ҡыҙҙарың, улдарың.

Аҡ күңел халҡыңды алҡытһын талпынып

Быуаттан-быуатҡа Аҡбуҙат-толпарың!

 

Уралда яралдыҡ, Ҡояштан нур алдыҡ,

Ер-һыуын, һауаһын йән итеп беректек.

Бөркөттәр бишеге — Тәүтөйәк Уралым,

Баһадир илеңә бир берлек, бөйөклөк!

 

Девиз: «Манара». 5 04.1991.

 

СССР Республикаларында ысын үҙ аллылыҡ өсөн халыҡтар хәрәкәте көсәйеп, элекке автономиялы республикалар ҙа үҙҙәренә союздаш республика статусын ныҡышмалы юллау һөҙөмтәһендә Мәскәүҙә СССР Президенты М.С. Горбачев етәкселегендә киңәйтелгән яңы СССР Килешеүенә республикаларҙың етәкселәре ҡул ҡуйырға тейешле 20 майға тиклем ун көнләп кенә ваҡыт ҡалғас, шуны ла көтмәйенсә (әллә хитлашып!), Президент М.С. Горбачев үҙенең ғаиләһе менән бергә йылы Ҡара диңгеҙ буйына ялға китте, йәнәһе баяғы 20 майға көрәйеп ҡайтып етергә тейеш ине ул.

Ләкин СССР-ҙы иҫке ҡиәфәтендә — урыҫ булмаған халыҡтарҙың ҡыҙыл төрмәһе рәүешендә һаҡлап ҡалдырырға теләүсе ҡарагруһ Кремль етәкселәренең бер төркөмө (әллә М.С. Горбачевтың үҙе менән һүҙ ҡуйышыпмы?) Мәскәүҙә сәйәсәттең ошо яңы йүнәлешенә ҡаршы ГКЧП тигән фетнә комитеты ойошторҙо һәм СССР-ҙың һис бер үҙгәрешһеҙ әүәлге хәлендә ҡаласағын иғлан ҡылды, Мәскәү урамдарында ҡанлы бәрелештәр ҙә булып алды.

Фетнә усағы уңыш ҡаҙана алмайынса еңелгәс, уның менән бергә СССР исемле бөйөк держава ла, Коммунистар партияһының етмеш йыллыҡ диктатураһы ла мәңге әйләнеп ҡайтмаҫтай емерелгәс, анархияға тартым мөхит урынлашып, илдә йәмһеҙ болғаныштар башланды, һәр төрлө сәйәси әтрәгәләм хакимиәтте үҙ ҡулына төшөрөргә ынтылды. Бының шауҡымы күп милләтле Башҡортостанға ла ҡағылып, ямғырҙан һуң үрсеп баш ҡалҡытҡан ағыулы бәшмәктәрҙәй татар һәм урыҫ ҡарагруһсыларының һәр төрлө митинг һәм пикеттарҙан, матбуғат баҫмаларынан М.Ғ. Рәхимовҡа бысраҡ яуҙырыу сәйәси һөжүм рәүешен алды. Сетерекле шул шарттарҙа әҙиптәребеҙ үҙ һүҙен еткерҙе халыҡҡа:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 471. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Опухоли яичников в детском и подростковом возрасте Опухоли яичников занимают первое место в структуре опухолей половой системы у девочек и встречаются в возрасте 10 – 16 лет и в период полового созревания...

Способы тактических действий при проведении специальных операций Специальные операции проводятся с применением следующих основных тактических способов действий: охрана...

Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час...

Законы Генри, Дальтона, Сеченова. Применение этих законов при лечении кессонной болезни, лечении в барокамере и исследовании электролитного состава крови Закон Генри: Количество газа, растворенного при данной температуре в определенном объеме жидкости, при равновесии прямо пропорциональны давлению газа...

Ганглиоблокаторы. Классификация. Механизм действия. Фармакодинамика. Применение.Побочные эфффекты Никотинчувствительные холинорецепторы (н-холинорецепторы) в основном локализованы на постсинаптических мембранах в синапсах скелетной мускулатуры...

Шов первичный, первично отсроченный, вторичный (показания) В зависимости от времени и условий наложения выделяют швы: 1) первичные...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия