Студопедия — ДЕКЛАРАЦИЯ
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

ДЕКЛАРАЦИЯ






Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Верховный Советы,

республиканың күп милләтле халҡының яҙмышы өсөн тарихи яуаплылыҡты аңлап,

кеше хоҡуҡтарының Дөйөм Декларацияһында, башҡа халыҡ-ара хоҡуҡ акттарында нығытылған дөйөм кешелек ҡиммәттәренең, тәбиғи һәм социаль мөхиттең, хоҡуҡтарҙың һәм азатлыҡтарҙың өҫтөнлөктәрен танып,

бөтә халыҡтарҙың суверенлы хоҡуҡтарын ихтирам итеп,

республика территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың экономик, социаль, политик, рухи үҫеше тураһында хәстәрлек күреп,

республиканы ССР Союзының һәм Яңыртылған Россия Федерецияһының субъекты итеп иҫәпләп,

Башҡорт Республикаһының 1919 йылда РСФСР составында Үҙәк Совет власы менән Килешеү нигеҙендә төҙөлөүен иғтибарға алып,

автономиялы республика статусының хәҙер Башҡортостандың бөтә яҡлы социаль-экономик үҫешен тәьмин итмәүен танып,

башҡорт милләтенең үҙ билдәләнешкә айырып алғыһыҙ хоҡуғын тормошҡа ашыра барып һәм Башҡортостан территорияһындағы бөтә милләттәрҙең дә хоҡуҡтары тиңлеген гарантиялап,

хоҡуҡи дәүләт һәм демократик йәмғиәт төҙөү юлынан барып,

уның бөтә бөгөнгө сиктәрендәге территорияһында Башҡортостандың дәүләт суверенитетын иғлан итә; һәм Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһын Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы (Башҡорт ССР-ы) — Башҡортостан тип иғлан итә;.

Киләсәктә республиканың Конституцияһында, башҡа хоҡуҡи акттарында, дәүләт һәм йәмәғәт тормошонда республиканың был атамаһын уның рәсми исеме сифатында файҙаланырға.

1. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы территорияһындағы ерҙәр, ер аҫты, тәбиғи байлыҡтар, башҡа ресурстар, шулай уҡ бөтә экономик, фәнни-техник потенциал фәҡәт уның күп милләтле халҡының милке булып тора.

2. Башҡорт ССР-ының ССР Союзы, РСФСР, башҡа республикалар менән мөнәсәбәттәре Союз Договоры, РСФСР менән Договор, башҡа республика-ара договорҙар һәм килешеүҙәр менән билдәләнә;.

ССР Союзы, РСФСР, башҡа республикалар менән договор мөнәсәбәттәренә инеп, Башҡорт ССР-ы үҙенең территорияһында, ССР Союзына һәм РСФСР-ға үҙ ирке менән биргән хоҡуҡтары сиктәренән тыш, дәүләт власының бөтә тулылығын үҙ ҡарамағында ҡалдыра.

3. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы уның территорияһында йәшәгән бөтә граждандарға, уларҙың ниндәй милләттән булыуына, социаль сығышына, политик инаныуҙарына, дингә мөнәсәбәтенә, башҡа айырмалыҡтарына ҡарамаҫтан, тиң хоҡуҡтар һәм азатлыҡ гарантиялай.

Башҡорт Совет Социалистик Республикаһында унда йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да телдәрен һәм культура байлыҡтарын һаҡлау, уларҙың тиң хоҡуҡлы йәшәүе һәм төрлө яҡлап үҫеүе тәьмин ителә;.

4. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорт халҡының милли-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итә;.

5. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһында суверенитетты алыусы һәм дәүләт власы сығанағы булып уның күп милләтле халҡы тора. Халыҡтың тулы власлылығы Башҡорт ССР-ы Конституцияһы һәм закондары нигеҙендә туранан-тура, шулай уҡ халыҡ депутаттары Советтары аша тормошҡа ашырыла.

6. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының үҫеше, уның ССР Союзы, РСФСР, башҡа республикалар һәм дәүләттәр менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре менән бәйле айырыуса мөһим мәсьәләләр Башҡорт ССР-ы Веръховный Советы, уның халҡы тикшереүенә сығарыла.

7. Башҡорт ССР-ында дәүләт власы уның закондар сығарыу, башҡарма һәм суд властарына айырылыуы принцибы буйынса ғәмәлгә ашырыла.

8. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының үҙенең закондар сығарыу системаһы бар. Башҡорт ССР-ы Конституцияһы һәм уның башҡа закондары, хоҡуҡи көйләнеүҙең ССР Союзы һәм РСФСР ҡарамағына республика тарафынан ирекле рәүештә бирелгән сфераларынан тыш, Башҡорт ССР-ының бөтә территорияһында өҫтөнлөккә эйә булып тора.

Башҡорт ССР-ының яңы Конституцияһын, Башҡорт ССР-ының башҡа закондарын һәм норматив акттарын ҡабул иткәнгә тиклем республика территорияһында Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР-ҙың Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы суверенитеты тураһында Декларацияға ҡаршы килмәгән закондары һәм закон акттары ғәмәлдә һанала.

9. Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының үҙ гербы, флагы һәм гимны була. Башҡорт ССР-ының баш ҡалаһы булып Өфө ҡалаһы тора.

10. Был Декларация ҡабул ителгән мәлдән алып ғәмәлгә инә һәм закон көсөнә эйә, Башҡорт ССР-ы Конституцияһын эшләү, республика закондар сығарыу системаһын үҫтереү, дәүләт структураларын яңыртыу, Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының Союз Договорын, РСФСР, башҡа республикалар һәм дәүләттәр менән договорҙар әҙерләү һәм төҙөүҙә ҡатнашыуы өсөн нигеҙ булып тора.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 379. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Весы настольные циферблатные Весы настольные циферблатные РН-10Ц13 (рис.3.1) выпускаются с наибольшими пределами взвешивания 2...

Хронометражно-табличная методика определения суточного расхода энергии студента Цель: познакомиться с хронометражно-табличным методом опреде­ления суточного расхода энергии...

ОЧАГОВЫЕ ТЕНИ В ЛЕГКОМ Очаговыми легочными инфильтратами проявляют себя различные по этиологии заболевания, в основе которых лежит бронхо-нодулярный процесс, который при рентгенологическом исследовании дает очагового характера тень, размерами не более 1 см в диаметре...

Понятие и структура педагогической техники Педагогическая техника представляет собой важнейший инструмент педагогической технологии, поскольку обеспечивает учителю и воспитателю возможность добиться гармонии между содержанием профессиональной деятельности и ее внешним проявлением...

Репродуктивное здоровье, как составляющая часть здоровья человека и общества   Репродуктивное здоровье – это состояние полного физического, умственного и социального благополучия при отсутствии заболеваний репродуктивной системы на всех этапах жизни человека...

Случайной величины Плотностью распределения вероятностей непрерывной случайной величины Х называют функцию f(x) – первую производную от функции распределения F(x): Понятие плотность распределения вероятностей случайной величины Х для дискретной величины неприменима...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.023 сек.) русская версия | украинская версия