Студопедия — И. Дилмөхәмәтов)”.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

И. Дилмөхәмәтов)”.






Бынан биш йыл элек яҙған мәҡәләмдән өҙөк килтермәй тороп, фекер төйөнөн туплай алмам кеүек тойолдо. Сөнки тәбиғәт мөғжизәһеме, әллә ябай тап килеүме – был хаҡта һығымта яһауҙы гәзит уҡыусының үҙенә ҡалдырып, өр-яңы сәфәр тәьҫораттарына сумайыҡ...

Эҫе, томра, ҡыҙыу асфальттан бәрелгән ҡайнар hауа тынды ҡурып алып барған көндәр ҡапыл hыуытып, әле генә салт аяҙ торған күктә ел ғали йәнәптәре ҡара болоттарҙы ян-яҡтан ҡыуалап, бер өйөргә туплап та ҡуйҙы. Өфөнән сығып күп тә барманыҡ, машинаның тәҙрәhенә эре ямғыр тамсылары туҡылдата башланы... Хәйер, быға аптырайhы ла түгел, бынан биш йыл элек ул саҡтағы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы тарафынан ойошторолған «Салауат эҙҙәре буйлап» тип аталған журналистар экспедицияhында йөрөп, үҙемә шундай асыш яhаным – күпселек осраҡта экспедиция барышында йә ямғыр, йә ҡар яуа. Көндәр түҙеп торғоhоҙ эҫе булhа ла, юлға сығыуға көн торошо ҡапыл үҙгәрә. Әйтерhең дә, Салауат рухы беҙҙе оҙатып йөрөй hәм, үҙен иҫкә алыусы тоҡомдаштарына рәхмәтен белдереп, шатлыҡ йәштәрен түгә... Ә ямғыр Эстонияла ла, Башҡортостанда ла бер үк яуа...

* * *

Экспедицияның шул яғы отошло: тарих, бигерәк тә Салауат Юлаевҡа ҡағылышлыhы, инде беҙҙең быуынға тиклем энәhенән-ебенәсә тикшерелеп бөткән, тиергә лә мөмкин, әммә сәфәр hайын яңы деталь табыла, hәр журналист ниндәйҙер яңы фекер әйтә, икенсенән, сара үҙенә йәштәрҙе йәлеп итә, сәфәр hайын кемдеңдер атамаhы ғорур яңғыраған башҡорт милләтенә hоҡланыуы арта, бәғзеләр тыуған төйәгенең тәбиғәтенә ҡабаттан ғашиҡ була, өсөнсөләр инде башкөлләй тарих даръяhына сума. Был юлы юлдаштарым, әрме телендә әйткәндә: «йәм-йәшел»: «Башҡортостан» республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең сәйәсәт бүлеге хәбәрсеhе Рәшит Зәйнуллин, «Республика Башкортостан» гәзитенең сәйәсәт бүлеге хәбәрсеhе Әлиә Юланова. «Тимер ат»ыбыҙҙы иhә Матбуғат йортоноң иң оҫта водителдәренең береhе Олег Диметренко «эйәрләгән», Салауат районында «экипаж»ға «Йүрүҙән» гәзитенең баш мөхәррире Рәйлә Рәшит ҡыҙы Латипова ҡушыласаҡ. Йәш коллегаларымдың ниндәй тойғолар кисереүен әйтә алмайым, әммә минең өсөн был сәфәр – тағы бер тапҡыр Салауат менән осрашыу, уның эҙҙәренә баҫып үтеү, уның кисерештәре менән йәшәү...

* * *

Салауат районында hүҙҙе ҡыҫҡа тоттолар: килеп төшөү менән Салауат Юлаев музейына алып киттеләр, йәнәhе, 10 – 15 минутҡа инеп, танышып сығығыҙ. Унда бер барып эләкhәң, ҡайҙа инде тиҙ генә сығыу. Тарих тәгәрмәсе әйләнеп, Бермуд өсмөйөшө кеүек, үҙенә һурып алып инеп китә лә, хыял менән ысынбарлыҡ араhынан сыға алмай интегәhең...

Был музей хаҡында ентекләп яҙып тороу кәрәкмәҫтер, тип уйлайым. Сөнки ул даими иғтибар үҙәгендә. Ләкин шуны билдәләп китмәү яҙыҡ булыр – 1991 йылда асылған музей бинаhы тулыhынса реставрация кисерә, hуңынан хатта уның проекты авторы, архитектор А. Клемент, был минең ижад түгел, тип унан баш тарта. Сөнки реставрациянан hуң ҡыйыҡ бөтөнләй икенсе формала ябыла, ә hинең йөрәк ярып тыуған «балаңа» икенсе исем бирhәләр, кемгә генә оҡшар ине икән?

Музей директоры Зилә Садиҡова экскурсияны Айрат Заhиҙуллиндың картинаhынан башланы. Рәссам унда хыял менән ысынбарлыҡты ҡушып, шундай картина ижад иткән. Ә ғәмәлдә был төбәк бөгөн шулай күҙ алдына баҫа. Һүрәттә сағылдырылған Сәскә төбәк Әлкә ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта, Ҡондоҙтамаҡ менән Һары Ҡондоҙ йылғалары ҡушылған ерҙә ята. Халыҡ йырынан сығып фекер йөрөткәндә лә, унда ла тап ошо урын иҫкә алына:

Аҡ ҡуянҡайҙарҙың балаhы,







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 441. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Неисправности автосцепки, с которыми запрещается постановка вагонов в поезд. Причины саморасцепов ЗАПРЕЩАЕТСЯ: постановка в поезда и следование в них вагонов, у которых автосцепное устройство имеет хотя бы одну из следующих неисправностей: - трещину в корпусе автосцепки, излом деталей механизма...

Понятие метода в психологии. Классификация методов психологии и их характеристика Метод – это путь, способ познания, посредством которого познается предмет науки (С...

ЛЕКАРСТВЕННЫЕ ФОРМЫ ДЛЯ ИНЪЕКЦИЙ К лекарственным формам для инъекций относятся водные, спиртовые и масляные растворы, суспензии, эмульсии, ново­галеновые препараты, жидкие органопрепараты и жидкие экс­тракты, а также порошки и таблетки для имплантации...

Интуитивное мышление Мышление — это пси­хический процесс, обеспечивающий познание сущности предме­тов и явлений и самого субъекта...

Объект, субъект, предмет, цели и задачи управления персоналом Социальная система организации делится на две основные подсистемы: управляющую и управляемую...

Законы Генри, Дальтона, Сеченова. Применение этих законов при лечении кессонной болезни, лечении в барокамере и исследовании электролитного состава крови Закон Генри: Количество газа, растворенного при данной температуре в определенном объеме жидкости, при равновесии прямо пропорциональны давлению газа...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия