Студопедия — Лгән йылы булмай батырҙың...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Лгән йылы булмай батырҙың...






Тарих менән, хәҡиҡәт менән күпме генә бәхәскә инергә тырышһаҡ та, беҙ уның алдында көсһөҙ – батырҙарҙың үлгән йылы ла, уларҙы мәңгелеккә үҙ ҡосағына алған ере лә була. Ғәҙәттә, беҙ кеше ғүмерен уның тыуған еренән башлап, һуңғы һулышын алған ере арауығында баһалайбыҙ. Әйтерһең дә, артабан тормош юҡ, рух та, йән дә, тән эргәһендә аҙашып ҡалған...

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы йөмһүриәтебеҙ журналистарының милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы, уның һуңғы төйәгенә, бынан ике быуат элек улар үткән юлдан ойошторған сәфәре “дүртенсе власть” вәкилдәренең беренсе ҙур акцияһы булыуы менән генә түгел, батырҙың тыуған ерендә тамамланыуы менән дә үҙенсәлекле ине. Салауат районынында “Китап” магазинын асыуҙа ҡатнашҡандан һуң делегация ағзалары Салауат эҙҙәре буйлап экскурсияла булды.

Маршрут Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейы менән танышыуҙан башланды. Унда ремонт эштәре тамамланып өлгөрмәһә лә, берәү ҙә бошонманы, киреһенсә, реставрациянан һуң бинаға аяҡ баҫыусы иң тәүге кешеләр булыуҙары менән ғорурланды ғына. Ә инде музей директоры Маргарита Сәфәрғәлинаның буш залда ла буласаҡ күренеште күҙалларлыҡ итеп һөйләүе һәр кемгә замандың ваҡыт арбаһында тарих биттәренә күсергә мөмкинлек бирҙе. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ, Палдискиҙан, Рогервик ҡәлғәһенән алып ҡайтҡан ташты музейға тапшырҙыҡ.

Артабан Салауаттың тура вариҫтары – Әлкә урта мәктәбе уҡыусылары ҡаршы алды. Үкенескә күрә, батырҙың тыуған Тәкәй ауылына ғына барып етеү насип булманы. Әле юл төҙөкләндереү эштәре барыу сәбәпле, унда үтеү мөмкин түгел ине.

Салауат районы мәмерйәләргә бай һәм уларҙың барыһын да тиерлек батыр исеме менән бәйләйҙәр. Йүрүҙән йылғаһы буйындағы (Ҡалмаҡ һәр Иҙрис ауылдары эргәһендәге) мәмерйәләр ҡунаҡтарҙа әйтеп аңлатҡыһыҙ хистәр тыуҙырҙы. “Ошонда килеп, үҙ күҙҙәрем менән күрмәйенсә, мин һинең ни өсөн Салауаттың тәбиғәте, мәмерйәләре хаҡында тулҡынланып, күҙҙәрең осҡонланып һөйләгәнеңде аңламай, аптырағайным, - ти Матбуғат министрлығының әйҙәүсе белгесе Фәниә Хәсәнова. – Хәҙер аңланым – был хаҡта тыныс ҡына һөйләү, һөйләп кенә аңлатыу мөмкин түгел икән шул...” Тыуған яғында йәйге ялын үткәргән, алыҫ Эстониянан ҡайтҡан “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни йәмғиәте рәйесе Флүзә Хәйруллина менән Тверь башҡорт-татар милли автономияһы рәйесе Марат Бәхтиев та уның фекерен хупланы. Ысынлап та, йәйрәп ятҡан йәшел сәхрә яланда ел иҫкән һайын бер-береһенә сер һөйләгән аҡ ҡайындар, 120 метр бейеклектәге ҡая, таҫмалай һуҙылып ятҡан Йүрүҙән йылғаһы – бары тик картиналарҙа ғына һүрәтләнер тәбиғәт мөйөшө. Милли геройға әйләнгән Салауаттың да, “телем”, тип йән атҡан Рәмиҙең дә тап ошо төйәктә тыуыуы осраҡлы түгелдер, күрәһең.

Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, Лағыр урта мәктәбе ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙы шартына килтерҙе. Милли кейемдәге егет һәм ҡыҙҙарҙы күреп, сәфәрҙәштәрем хатта телдән яҙҙы. Икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршылап, мәктәп менән таныштырыуҙы музейҙан башларға саҡырҙы директор Ринат Ситдиҡов. Бында Палдискиҙан алып ҡайтҡан таш, тупраҡ һәм дегеация экипировкаһының бер өлөшө – “Башҡортостан” тигән яҙыулы футболка – үҙ урынын тапты, ә музей экспозицияһы экспонаттарға артты.

Класс бүлмәләренә һоҡланып, күңелдәге хистәрҙе сығарып та өлгөрмәйбеҙ, тамаша залына саҡыралар. Әйтерһең дә махсус әҙерләнгән лағырҙар – “Батырҙың ҡайтыуы” тигән театрлаштырылған тамаша менән һушты алдылар.

Осрашыу шундай күтәренке рухта үтте. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа башҡа фекерҙәр менән бер рәттән Салауаттың ҡәберен эшләү идеяһын хуплауын белдерҙе. Ул Салауаттың үлеүен раҫламаясаҡ, киреһенсә, уның йәнен, рухын тыуған төйәгенә ҡайтарып, быуындарҙан-быуындарға еткерергә ярҙам итәсәк, батыр хаҡындағы Хәтерҙе яңыртып торасаҡ, рухын мәңгеләштерәсәк кенә, тигән фекер менән дә килештеләр.

...Батыр эҙенән батырҙы эҙләп күпме саҡырым һананыҡ. Йәнен, рухын тыуған төйәгенә ҡайтарыу теләге менән яндыҡ. Һәм – батыр ҡайтты. Уны һаҡлау иһә һәммәбеҙгә бәйле.

Йыл.







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 498. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Классификация холодных блюд и закусок. Урок №2 Тема: Холодные блюда и закуски. Значение холодных блюд и закусок. Классификация холодных блюд и закусок. Кулинарная обработка продуктов...

ТЕРМОДИНАМИКА БИОЛОГИЧЕСКИХ СИСТЕМ. 1. Особенности термодинамического метода изучения биологических систем. Основные понятия термодинамики. Термодинамикой называется раздел физики...

Травматическая окклюзия и ее клинические признаки При пародонтите и парадонтозе резистентность тканей пародонта падает...

Философские школы эпохи эллинизма (неоплатонизм, эпикуреизм, стоицизм, скептицизм). Эпоха эллинизма со времени походов Александра Македонского, в результате которых была образована гигантская империя от Индии на востоке до Греции и Македонии на западе...

Демографияда "Демографиялық жарылыс" дегеніміз не? Демография (грекше демос — халық) — халықтың құрылымын...

Субъективные признаки контрабанды огнестрельного оружия или его основных частей   Переходя к рассмотрению субъективной стороны контрабанды, остановимся на теоретическом понятии субъективной стороны состава преступления...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия