Студопедия — Президентлы Башҡортостан өсөн!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Президентлы Башҡортостан өсөн!






Кисә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә баш ҡала йәштәре, университет, институттар, гимназия, мәктәптәр уҡыусылары телеүҙәкте ҡамап алды. Маҡсат — Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт менән телевизорҙан һәм радионан туранан-тура эфирға сығыу ине... Радио һөйләүҙән туҡтатылды. Телефондан милиция наряды саҡыртылды. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рәид Миңдебаев, баш редактор Сәләх Суҡбаев пикетсылар делегацияһы менән килешеү юлдарын эҙләп ҡараны. Әммә йәштәр телевизорҙан һәм радионан халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһамай тороп, бинанан сыҡмаясағын белдерҙе.

Тиҙҙән сессиянан депутаттар килеп етте. Улар араһында радиотелекомпанияның генераль директоры Салауат Килдин, БССР журналистар союзы рәйесе Ризуан Хажиев, Юғары Совет комиссиялары рәйестәре Зөфәр Йәнекәйев менән Марат Мәһәҙиевтар бар ине. Йәштәр вәкилдәре менән тағы һөйләшеүҙәр алып барылды. Депутат ағайҙарға, әгәр сессия 15 декабрҙә Башҡортостан президентын һайлауҙарҙы үткәрергә тигән ҡарарына кире ҡайтһа, беҙ телеүҙәкте ҡамауҙы алабыҙ, тигән шарт еткерҙе.

Депутаттар, кәңәшләшеү өсөн, йәнә БССР Юғары Советы сессияһы барған Ижтимағи-сәйәси үҙәккә әйләнеп килде. Залдан БССР Юғары Советы Рәйесе М.Ғ. Рәхимовты саҡырып сығарҙылар. Шундай һөйләшеү булды:

— Мортаза Ғөбәйҙуллович, эштәр бик насар бит әле. Ҡала йәштәре баш күтәргән, улар телеүҙәкте ҡамап алған һәм эскә лә үтеп ингәндәр. Халыҡҡа мөрәжәғәт менән туранан-тура эфирға ынтылалар.

— Нимә теләй улар?

— Президент һайлауҙы кисектереүгә протест белдерәләр. Кире 15 декабргә билдәләүҙе талап итәләр.

— Юҡ, был мөмкин түгел...

Кире телеүҙәккә килгәндә делегаттар корпусына республиканың ДИК рәйесе Владимир Наумов, БДУ ректоры Рәҡип Ғимаев ҡушылды.

...Ишек алдында йәштәр бер нисә ҡулса барлыҡҡа килтереп, эстәге иптәштәрен һаҡлай һәм мәсьәләнең ыңғай хәл ителешен түҙемһеҙлек менән көтә. Эстә милиция, ОМОН вәкилдәре, уларҙы үткәрмәй, ишек һағалай. Депутаттар һәм журналистар ҙур ҡыйынлыҡ менән генә фоегә үтеп, юғары күтәрелде. Түңәрәк өҫтәл артында йәштәр вәкилдәре менән әңгәмә, үҙ-ара тыныс кәңәшләшеү барҙы. Әңгәмә радиоға яҙылды. Меңәрләгән йәштәр тәҡдим иткән мөрәжәғәттә бер ниндәй криминал табылманы. Ниһәйәт, радионан да, телевизорҙан да яңғырап, халыҡҡа ишеттерелде.

Йәштәр ниндәй талаптар менән сығыш яһаны һуң?

— Башҡортостанда 15 декабрҙә президент вазифаһына ирекле һәм демократик һайлауҙар уҙғарырға;

— Башҡортостандың тулы үҙ аллылығын тормошҡа ашырырға;

— Әгәр Юғары Совет 15 декабрҙә президент һайлауҙары үткәрмәһә, отставкаға китеүен талап итергә;

— Республика тормошонда бер ниндәй алға китеш булмауға, әлегә тиклем экономикала приватизация үткәрелмәүенә иң тәүҙә БССР Министрҙар Советы ғәйепле. Уның Рәйесе М.П. Мирғәзәмовтың отставкаға китеүен талап итергә;

— Республика территорияһындағы предприятиеларҙы кисекмәҫтән БССР юрисдикцияһына күсереүҙе талап итергә;.

Зәйтүнә Ханова. («Йәшлек»).

 

Гәзиттең шул уҡ һанында бер килке ватандаштарҙың көн үҙәгенә ҡағылышлы фекерҙәре бирелгән:

Хоҡуҡтарҙан ҡолаҡ ҡағабыҙ. Президент һайлауҙы кисектереү — республиканы суверенлаштырыуҙың алға барышын туҡтатыу ул. Кисекмәҫтән президент һайлаусы башҡа республикаларҙан аҡыллыраҡмы беҙ? Юҡ, киреһенсә, хоҡуҡтарыбыҙ кәмейәсәк, приватизация ла (үтһә әле) бик оҙаҡҡа һуҙылып, киҫелеп, өҙөлөп, кәметелеп ғәмәлгә ашырыласаҡ. Бер ниндәй тәүәккәллеккә юл ҡуйылмаясаҡ. Президент булмағас, власть та булмай. Тимәк, республика халҡының тормошон да яҡшыртып булмай. Президент власына кисектергеһеҙ саралар ҡабул итеүсе хоҡуҡтар йөкмәтелә. Иң Юғары власть ул. Беҙ шунан ҡолаҡ ҡағабыҙ. Дамир Вәлиев, профессор.

Киләсәккә юлдар ябыла. Президент һайлауҙы кисектереү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда бер генә эште лә, бигерәк тә сәйәсәттә, кисектерергә ярамай. Сөнки ваҡиғалар бөгөн — бер, иртәгә икенсе төрлө. Икмәк саботажы булды бит инде. Иртәгә унан да яманырағы булыуы ихтимал. Ә президент беҙгә барыбер кәрәк. Бөтә республикалар үҙ аллылыҡ алғанда, сәйәси һәм иҡтисади йәһәттән дә Рәсәй империяһының ҡоло булып ҡалырбыҙмы? Берҙән-бер һәм бик ҡыйыу юл — президент һайлау ине. Чечен республикаһындағы һымаҡ тәүәккәллек кәрәк ине беҙгә;.

Юғиһә бит РСФСР менән договор проектын ғына алайыҡ. Унда республикаларҙы губерналарға бүлеү кеүек бөтә нәмәгә юл асыла. Шул көйө ҡабул итһәк, башҡорт иленең бөтөүе лә мөмкин. Бөтөнләй киләсәкһеҙ ҡалабыҙ түгелме? Бөтә яҡлап юлдар ябыла. Ә беҙҙең халыҡ Кавказ халыҡтары һымаҡ күтәрелеп сыға торған түгел. Нәжибә Мәҡсүтова,Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе.

Йәнә сигенеү. Башҡортостан президентын һайлауҙы мотлаҡ үткәрергә кәрәк ине. Суверенлы дәүләткә, үҙ аллылыҡҡа юл ине был. Шундай мөһим сәйәси сараны кисектереү үҙәк хөкүмәт алдында тыңлаусан баш эйеүҙе аңлата. Сәбәптәрен иҡтисади хәлдең ауырлығы, һайлауҙар өсөн генә 6-8 миллион һум аҡса кәрәклеге, өҫтәүенә, РСФСР Юғары Советының һайлауҙар үткәрмәҫкә, тигән ҡарары менән аңлаттылар. Минеңсә, төп сәбәп бер генә — Башҡортостандың тағы Рәсәй хөкүмәте менән килешеүгә барыуы, суверенитетҡа алған курсынан йәнә сигенеүе. Марат Ҡолшәрипов. «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе.

Эсендә йәне бар әҙәмдең бөтәһе ҡубынғанда, баш ҡалабыҙ иһә кейәһенә таяҡ тығып болғатылған умарта ҡорттарылай ҡайнашҡанда башҡорт әҙиптәре лә бер ситтә тороп ҡала алмай ине, әлбиттә. Яҙыусылар берлеге йортоноң залында ашығыс йыйылып, ағымдағы бик ҡатмарлы сәйәси хәлдәрҙе тикшерҙек; ҡыҙыу фекер алышҡандан һуң, түбәндәге документты ҡабул ҡылдыҡ:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 457. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Репродуктивное здоровье, как составляющая часть здоровья человека и общества   Репродуктивное здоровье – это состояние полного физического, умственного и социального благополучия при отсутствии заболеваний репродуктивной системы на всех этапах жизни человека...

Случайной величины Плотностью распределения вероятностей непрерывной случайной величины Х называют функцию f(x) – первую производную от функции распределения F(x): Понятие плотность распределения вероятностей случайной величины Х для дискретной величины неприменима...

Схема рефлекторной дуги условного слюноотделительного рефлекса При неоднократном сочетании действия предупреждающего сигнала и безусловного пищевого раздражителя формируются...

Почему важны муниципальные выборы? Туристическая фирма оставляет за собой право, в случае причин непреодолимого характера, вносить некоторые изменения в программу тура без уменьшения общего объема и качества услуг, в том числе предоставлять замену отеля на равнозначный...

Тема 2: Анатомо-топографическое строение полостей зубов верхней и нижней челюстей. Полость зуба — это сложная система разветвлений, имеющая разнообразную конфигурацию...

Виды и жанры театрализованных представлений   Проживание бронируется и оплачивается слушателями самостоятельно...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия