Студопедия — Оппоненттарыма
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Оппоненттарыма






Һеҙҙең тарафтан романдың етешһеҙлектәре рәүешендә килтерелгән дәлилдәрҙең береһе лә романға ҡул күтәреп балта сабырға — журналдан алып ташларға хоҡуҡ бирмәй. Был «ҡаһарманлыҡ», билдәле булыуынса, бер кешенең ҡулы аша башҡарылды. Шуны башҡарыу өсөн ул бөтә дәрт-дарманын һалған. Беренсенән, беренсе биттә үк текст аҫтындағы «журнал өсөн ҡыҫҡартылған вариант» тигән иҫкәртмәне махсус рәүештә иғтибарға алмаған. Был иһә уға һис бер ҡыҫҡартылып ғәрипләнмәгән, тулы әҫәр ҡулъяҙмаһы алдында ятҡайндай, күҙ йомоп талап итергә, рәхимһеҙ приговор сығарырға мөмкинлек биргән. Ә бит романдың тулы тексы 650 биттән тороп, автор уны журналдың 4 һанына һыйҙырыу өсөн тәүҙә 515 биткә ҡалдырып, унан һуң йәнә редакция талабы буйынса журналдың 3 һанына һыйҙырышлы 400 битлек журнал варианты яһап мөнтәгәйне. Инде әҫәрҙең ғәйебе итеп күрһәтелгән төп «етешһеҙлектәр», билдәле, мөнтәп ҡыҫҡартыу һөҙөмтәһендә роман туҡымаһынан һурып алып ҡалынған бүлектәрҙең һәм өҙөктәрҙең бында юҡлығы арҡаһында килеп тыуған мәжбүри етешһеҙлектәр улар асылда. Нәшриәттә тулы килеш сығарғанда мин уларҙы ҡабат өҫтәйем дә әҫәрҙе был хәлдән ҡотҡарам. Был — ҙур күләмле әҫәрҙең донъяға сығыу юлындағы була торған хәл. Ләкин ана шул ғәҙәти хәлде ғәҙәттән тыш хәлгә әйләндереп, романдың юлын бикләр өсөн сәбәп итеп файҙаланыуҙары үтә аяныс. Ә текстағы ҡайһы бер тел һәм стилистика ҡытыршылыҡтары, кәрәк булмаған техник саралар (текст аҫтындағы иҫкәртмәләр, айырым һүҙҙәргә, һөйләмдәргә баҫым яһаған разрядкалар һ.б.) йыйылмаһына килгәндә, изге күңелле редактор уларҙы әҫәрҙе тулайым кире ҡағыу өсөн ҡулланмаҫ — редакторлау барышында бөтөрөр ине. Һәм ул һеҙ әйткән «етешһеҙлектәр» йыйылмаһы иң элек романды донъяға сығарыуҙы көн үҙәгенә ҡуйып әйтелергә тейеш ине. Ә һеҙ уны киреһенсә — романды сығартмаҫ өсөн ҡулландығыҙ.

Романдағы ирония менән хикәйәләү, фантазия элементтарын оппоненттарҙың кире ҡағыуын ҡабул итә алмайым. Романдың ул сифаттары донъя әҙәбиәтендә күптән бар һәм уларҙың йәшәргә тейешлеге бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Классик урыҫ әҙәбиәтендәге Михаил Булгаков («Мастер и Маргарита») һәм Андрей Платонов («Город Градов», «Ювеналово море») әҫәрҙәрен генә алайыҡ. Былай яҙыу манераһы беҙҙең әҙәбиәттә лә тулы йәшәргә хаҡлы, һөҙөмтәлә уҡыусыларыбыҙ алйытҡыс бер төрлөлөктән арынасаҡ, иң ҡатмарлы формаларҙы ла зауыҡланып уҡырға тәрбиәләнәсәк. Бөтәбеҙ ҙә бер төрлө яҙырға, бөтә романдарыбыҙ ҙа, телеграф бағаналары кеүек, бер төрлө һәм шып-шыма булырға тейеш түгел, минеңсә. Яҙыусыны уның яҙыу манераһынан ваз кисергә мәжбүр итеү — шул уҡ «урта ҡул», «икенсел», «сериялар ағымына һалынған» макулатур прозаға, төҫһөҙлөккә, кәсепселеккә киң юл асыу булыр ине. Яҙыусының үҙенсәлегенә, индивидуаллегенә ҡул күтәрергә ярамай. Был мәсьәләгә оппоненттарҙың ғына түгел, ә автор ҡарашы ла хөрмәт ителергә тейеш. Һеҙ риза булмаған, ҡабул ҡылмаған бөтә урындарҙы ла ҡалын ҡара ҡәләм менән арҡыс-торҡос һыҙып ташлау юлы менән хәл итергә тырышыу — автор ихтыярын һанға һуҡмау тигән һүҙ ул. Ә бит әҫәр өсөн беренсе сиратта автор үҙе яуап бирә. Автор ҙа, һеҙҙең кеүек үк, юғары белемле филолог — тел һәм әҙәбиәт белгесе. Шул уҡ ваҡытта ул тарихсы ла. Тимәк, роман жанрына уның да бар үҙ ҡарашы. Кем ҡарашы хаҡлылығын аҙаҡ сиктә арҡыс-торҡос һыҙып ташлаусы дыуамал ҡара ҡәләм түгел, ә тормош үҙе, әҙәбиәт тарихы үҙе хәл итер. Иң мөһиме, роман совет позицияһынан, КПСС-тың ленинсы милли политикаһы позицияһынан сығып яҙылған һәм Советтар Союзы халыҡтар дуҫлығының тәрән тамырҙарын юллап нығытыуға бағышланған. Унда урыҫ һәм башҡорт халыҡтарының бик боронғо замандарҙан уҡ ҡан ҡәрҙәш булып йәшәүе дәлилләнә, бөтә туҡымаһы тәрән совет патриотизмына һуғарылған.

Шуныһы ҡыуаныслы: теләһә ниндәй шарттарҙа ла донъя үҙ һүҙен ғәҙел әйтеүсе кешеләрҙән өҙөлмәй — улар ҙа миңә романым хаҡында үҙ фекерҙәрен яҙып бирҙе. Бына шуларҙың береһе (өҫтәрәк бирелгән Мостай Кәрим яҙыуы килтерелә). Хәйер, был фекерен ул 1986 йылдың 16 сентябрендә КПСС өлкә комитетында ла ауыҙ тултырып әйтте һәм шул фекерендә ҡалыуын дөрөҫләне.

Шулай булғас, ғәҙеллек инде тантана итергә ваҡыт. Йәғни был роман, роман жанрына төрлө ҡарашлы ҡәләмдәштәрҙең емешһеҙ бәхәс объекты булыуҙан туҡтап, киң ҡатлам уҡыусылар ҡарамағына сығарылырға — иң тәүҙә «Ағиҙел»дә донъя күрергә тейеш, быға тиклем 12 йыл буйы «тоҙланып» ятыуы ла еткән. Коммунист яҙыусы булараҡ, партия өлкә комитетынан, редколлегия ағзаларынан мин ана шул ғәҙел талапты ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙам итеүҙе һорайым.

Һәм роман «Ағиҙел»дең ҡасанғы, ҡайһы һанында ташҡа баҫыла башлаясағын миңә кисекмәҫтән мәғлүм итеүегеҙҙе үтенәм.

Йыһат Солтанов. Ноябрь, 1986.

 

Берҙән-бер ҡалын журналыбыҙ «Ағиҙел»дең күрһәтелгән сәбәптәр арҡаһында сифат яғынан һаман йоҡара барыуы, уны алдыртыусыларҙың һаны йылдан-йыл кәмеүе, әҙәбиәт етәкселегендә нығынып алған серек рухлы өйөрҙөң намыҫлы һәм талантлы башҡа авторҙарҙы ҡыҫырыҡлауы күңелемә бер ҙә тынғылыҡ бирмәгәс, 1986 йылдың 2 декабрендә Яҙыусылар берлеге партия ойошмаһы ағзаларының йыллыҡ хисап йыйылышында сығыш яһаным тағы...

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 372. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Разработка товарной и ценовой стратегии фирмы на российском рынке хлебопродуктов В начале 1994 г. английская фирма МОНО совместно с бельгийской ПЮРАТОС приняла решение о начале совместного проекта на российском рынке. Эти фирмы ведут деятельность в сопредельных сферах производства хлебопродуктов. МОНО – крупнейший в Великобритании...

ОПРЕДЕЛЕНИЕ ЦЕНТРА ТЯЖЕСТИ ПЛОСКОЙ ФИГУРЫ Сила, с которой тело притягивается к Земле, называется силой тяжести...

СПИД: морально-этические проблемы Среди тысяч заболеваний совершенно особое, даже исключительное, место занимает ВИЧ-инфекция...

В эволюции растений и животных. Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений. Оборудование: гербарные растения, чучела хордовых (рыб, земноводных, птиц, пресмыкающихся, млекопитающих), коллекции насекомых, влажные препараты паразитических червей, мох, хвощ, папоротник...

Типовые примеры и методы их решения. Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно. Какова должна быть годовая номинальная процентная ставка...

Выработка навыка зеркального письма (динамический стереотип) Цель работы: Проследить особенности образования любого навыка (динамического стереотипа) на примере выработки навыка зеркального письма...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия