Студопедия — Нөктә ҡуйма, ҡуй өтөр...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Нөктә ҡуйма, ҡуй өтөр...






Ошо урында мәҡәләгә нөктә лә ҡуйырға мөмкин булыр ине, әммә күңел төбөндәге ниндәйҙер бер ҡуҙ “иртәрәк” тип йымылдай.

10 йыллыҡ һәм “Сал Уралдан – алыҫ Балтиккаса” тигән китаптың электрон варианты сығыу уңайы менән осрашыуҙа акцияны дауам итеү зарурлығы хаҡында һүҙ булды. Сөнки Салауат темаһын инде өйрәнеп, яҙып, энәһенән-ебенәсә тикшереп бөтөлгән кеүек булһа ла, яңы мәғлүмәттәр табылып тора. Был юлы Зөфәр Мөхтәр улы шундай тарих бәйән итте: “Был турала мин бынан өс йылдар элек “Республика Башкортостан” гәзитенә мәҡәлә биргәйнем. Үкенескә күрә, уны дүртенсе биттә, бәләкәй генә итеп ҡыҫҡартып, иғландар һәм ҡотлауҙар араһында баҫтылар һәм ул күптәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалды. Уның йөкмәткеһе шунан ғибәрәт: Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Силәбе өлкәһенең бәләкәй ҡалаларының бер заводына блокадалағы Ленинградтың ҙур китапханаһын эвакуациялайҙар. Китаптар һуғыш бөткәнсе цехта ята. Һуғыш тамамланғас, производствоны киңәйтеү ихтыяжы тыуа һәм дирекция китаптарҙы эшселәргә килограмлап һата башлай. Эшселәрҙең береһенә XVIII быуат һуңында, XIX быуат башында нәшер ителгән “История государевых тюрем России” тигән ике томлы китап та эләгә. Осраҡлыҡмы, әммә ул эшсенең улы вуз тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Өфөгә килә. Китап унда була һәм ул уны кемгәлер биреп тора ла, баҫма шулай юғала. Ошо инженерҙың һүҙҙәренсә, китапта Рәсәйҙең билдәле “дошмандары”, тотҡондары, батша самодержавиеһына ҡаршы сығыусыларҙың портреттарынан торған бүлек тә була. Унда Салауат Юлаевтың портреты булыуы ла ихтимал. Беҙ Азат Ибраһимов З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры булғанда Ленинград китапханаларына, Рәсәйҙең Яза башҡарыу музейына сығып ҡараныҡ – һөҙөмтәһеҙ. Әгәр ошо китапты эҙләүгә ныҡлап тотонһаҡ, федераль каналдарҙы йәлеп итһәк, уны табырыбыҙға иманым камил.

Икенсенән, беҙ Палдискиҙа булғанда отставкалағы 1-се ранг капитаны менән оҙаҡ әңгәмәләштек. Ул Рогервик архивының Таллинн универститетына тапшырылыуын, унда Салауат Юлаевҡа бәйле материалдар булыуы ихтималлығын белдерҙе. Ҡасандыр Таллинн университеты менән Германияның Галле университеты араһында бәйләнештәр булған, шуға күрә архив материалдарының бер өлөш Галле университетына барып юлығыуы ла ихтимал. Шуға күрә мин ошо атап үткән китаптыһәм башҡа архив материалдарын табырға тырышайыҡ, тимәксемен”.

Йыйылыусылар был тәҡдимде ҡуш ҡуллап хупланы, ә Мирас Иҙелбаев хатта күңелдәргә өмөт осҡоно ла һалып ҡуйҙы: “Салауат Юлаев тураһында тәүге тапҡыр 1774 йылда, ул үҙе тере саҡта яҙыла. Немец телендә Пугачев ихтилалы тураһында ике томлы китап сыға һәм унда 10 бит Салауатҡа арналған. Был китап Галле университетында һаҡлана”.

Тимәк, беҙ бары тик үҙебеҙ аңлаған, үҙебеҙ уҡый алған телдәрҙә генә материалдар эҙләйбеҙ, табабыҙ. Ә ҡоласты киңерәк ташлап, был эшкә башҡа телдәрҙе белеүсе белгестәрҙе лә йәлеп итеү – өлгөрөп еткән мәсьәлә һәм темаға нөктә ҡуйырға иртә, өтөр менән генә мөрхәтһенергә кәрәк әлегә...







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 489. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Экспертная оценка как метод психологического исследования Экспертная оценка – диагностический метод измерения, с помощью которого качественные особенности психических явлений получают свое числовое выражение в форме количественных оценок...

В теории государства и права выделяют два пути возникновения государства: восточный и западный Восточный путь возникновения государства представляет собой плавный переход, перерастание первобытного общества в государство...

Закон Гука при растяжении и сжатии   Напряжения и деформации при растяжении и сжатии связаны между собой зависимостью, которая называется законом Гука, по имени установившего этот закон английского физика Роберта Гука в 1678 году...

ОПРЕДЕЛЕНИЕ ЦЕНТРА ТЯЖЕСТИ ПЛОСКОЙ ФИГУРЫ Сила, с которой тело притягивается к Земле, называется силой тяжести...

СПИД: морально-этические проблемы Среди тысяч заболеваний совершенно особое, даже исключительное, место занимает ВИЧ-инфекция...

Понятие массовых мероприятий, их виды Под массовыми мероприятиями следует понимать совокупность действий или явлений социальной жизни с участием большого количества граждан...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия