Студопедия — Прозамды баһалау
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Прозамды баһалау






 

Бер үк ваҡытта ижадым менән дә янып-көйөп йәшәнем. Аяғөҫтө йөрөп яҙыла торған шиғырҙарҙан тыш, үҙем, үҙемдең ауыл һәм, ғөмүмән, осоромдоң йәнгә тейгән колхоз тормошонан алып, күңелемде болоҡһотҡан мәсьәләләрҙе һалып, бөтә ҡыйынлыҡтарға ла бирешмәй, йәшлек намыҫын ыуалтмай, ысын кеше булып ҡалған егеттең үҙ һөйләүендә «Кеше тураһында йыр» тигән (ғәмәлдә автобиографик) романымдың ҡулдан ике йөҙ биткә яҡын өлөшөн аҡ ҡағыҙға төшөргәйнем.

Өфөнән Муса ағай Ғәли ебәргән хат-тәҡдим буйынса, 1962 йылдың йәйендә уҙғарыласаҡ йәш яҙыусылар семинарына, тип, бер шәлкем шиғыр, яртылаш яҙылған шиғри роман менән бергә баяғы сәсмә романымдың бер талай өҙөгөн, «Хеҙмәт» исемле шулай уҡ автобио-график повесемде шунда юлландырғайным, сөнки прозалағы тәүге ҙур эшемә ҡарата «ысын яҙыусы»ларҙың башланғыс фекерен белергә, әгәр ҙә улар хуплаһа, эшемде тамамлап ҡуйырға теләгем ҙур ине. Семинарҙың ҡатнашсылары иң күмәк булған шиғриәт бүлеге — Яҙыусылар берлегенең берҙән-бер ҙур бүлмәле «Әҙәби Башҡортостан» («Ағиҙел») журналы редакцияһында, ә проза буйынса ултырыш коридорҙың ҡаршы яғында — Яҙыусылар берлегенең тар ғына һыйҙырышлы консультанттар кабинетында бер юлы барҙы гөрләп. (Һүрәттә Йыһат Солтанов йәш яҙыусылар семинарында, 1962 йыл). Йәнем-тәнем менән шиғриәткә тартылыуымды еңеп, ҡап-уртаға ярылып булмағанлыҡтан, был форсатта прозам хаҡында фекер ишетеүҙе мөһимерәк һанап, баяғы кабинетҡа кереп ултырҙым. Мин фәҡирегеҙҙең әҫәрҙәрен танылған яҙыусылар — яҡташым Сәғит ағай Агиш, журналдың яуаплы сәркәтибе Ғәли ағай Ибраһимов, сәсмә әҫәрҙәр бүлеге мөдире Фәрит ағай Иҫәнғоловтар тикшергән икән. Тик уларҙың телмәренән күңелемдә ауыр тойғо яралды — романымды дауам итеүҙең һис тә кәрәкмәгәнлеген, сөнки ҡәләмем яҡты совет ысынбарлығына яҡтылыҡ өҫтәмәүен, әҙәбиәтебеҙҙең социалистик реализм талаптарына тамсы ла яуап бирмәгәнлеген тәрән әрнеү ҡатыш мейемә һеңдереп, хыялым селпәрәмә килде, өмөттәрем өҙөлдө.

Бына яҡташ ағайымдың төп фекере:

 

«...Әгәр ҙә мин повесте генә уҡып, ике хикәйәне уҡымаған булһам, Йыһат Солтанов тураһында һәйбәт фекерҙә ҡалмған булыр инем...

...Уҡыусыға асыҡ булһын өсөн, ҡыҫҡа ғына сюжетты һөйләп бирәйек. Ғәлим тигән 24 йәшлек егет колхозға армиянан йөрөп ҡайта, армияла ул флотта хеҙмәт иткән. Башта ул колхозда теләһә ҡайҙа ебәрһәләр — шунда эшләп йөрөй. Аҙаҡтан уға колхозда иҫәпсе — учетчик хеҙмәтен бирәләр. Ошо эшкә керешкәс, ул колхоздағы етәкселәрҙең, председатель, парторгтан алып бухгалтер, бригадир, трактористарҙың — бөтәһенең дә алама кешеләр икәнен күрә. Бөтә эштә лә күҙ буяйҙар. Райкомға тамамланмаған эштәрҙе алдап, тамамланды тип бирәләр. Шоферҙар бензинды урлап, үткенселәргә һаталар. Ғөмүмән, колхозда Ғәлимдән башҡа бер йүнле кеше юҡ... Колхоз председателе, элекке мәктәп директоры, бик ҡара буяуға буялған. Ул хатта институтты ла хәйләләр, алдауҙар менән тамамлаған. Авторҙың әйтеүе буйынса, бик һәйбәт стена газетаһы сығарыла, ләкин уның ғәмәлдә бер төрлө лә тәьҫире юҡ. Уҡыйҙар ҙа көләләр, саралар күрелмәй. Хатта газетаны йыртып ташлаусыларға ла бер нәмә лә булмай...

24 йәшлек Ғәлим һалдатта үткән ғүмерен — әрәм булған йәшлек тип һанай.

Ҡыҫҡаһы, повестә бөгөнгө көндөң бер яҡты яғын да күреү юҡ...

С. Агиш».

Ғәли ағай Ибраһимов фекерҙәрен үҙенә хас теүәллек, бөхтәлек һаҡлап теркәгән:

 

Йыһат Солтановтың «Хеҙмәт» повесе һәм өс хикәйәһе хаҡында рецензия (бөтәһе 6 табаҡ күләмдә).

Йыһат Солтановтың мин уҡып сыҡҡан әҫәрҙәре араһында эшләнеп бөткәнгә яҡын, тип әйтерлек, уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итерлеге — «Йөрәк һыҙлай» хикәйәһе. Хикәйәнең яҙылышы, теле башҡаларға ҡарағанда уңышлыраҡ, бында һоҡланып уҡырлыҡ итеп яҙылған тәбиғәт күренештәре, һалсылар тормошо, мөхәббәт күренештәре, иҫтә ҡалырлыҡ портреттар бар. Бигерәк тә Дания исемле ҡыҙҙың образы уңышлы сыҡҡан.

Ошоларҙы уҡып та Йыһат Солтановта яҙыусыға кәрәкле оҫталыҡ, тормоштоң айырым һыҙаттарын күрә белеүсәнлек, күргән нәмәләрҙе эҙмә-эҙ яҙа белеү һәләте бар, тип әйтергә мөмкин...

...Авторҙың дөйөм етешһеҙлектәре хаҡында әйтеп үтке килә. Иптәш Солтанов тормоштоң үҙендә йәшәгәнлектәнме, йәмғиәттәге тиҫкәре яҡтарҙы күп белә. Шуға күрәлер, ул гел тиҫкәре яҡтарға, ҡара таптарға ғына иғтибар итә. Ә тормоштоң ыңғай яҡтарын, беҙҙең йәмғиәттең өҫтөнлөк яҡтарын күрә белмәй, алдынғы кешеләрҙең көрәшенә иғтибар итмәй...

ла әйтеп үтелгән дөйөм етешһеҙлектәр Й. Солтановтың «Хеҙмәт» повесенә лә бик хас. Уның төп геройы хисапсы Ғәлим колхоздағы бөтә етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшә. Ул үҙе образ булыу яғынан көслө генә эшләнгән. Ул ерҙең кәрәкле тәрәнлектә һөрөлмәүен дә, эшләнгән эштең күләмен арттырып күрһәтеүҙе лә, яғыулыҡтың әрәм-шәрәм ителеүен дә күрә, шуларға ҡаршы көрәшә. Был атаҡлы звеновод Загладаның игенсе намыҫы өсөн көрәшен хәтерләтә. Уның мәҡәләһендә шундай, әлеге повестәгесә етешһеҙлектәр ҙә күрһәтелә. Ләкин ундай хәлдәр тормошта осраһа ла, әҙәбиәттә улай күрһәтеү мөмкин түгел. Нисек инде ул хисапсы Ғәлим бер үҙе генә тырыша. Бер ярманан бутҡа буламы? Ә был колхозда председатель Йәрмит тә, парторг Бикмурзин да, уның ярҙамсыһы ла, бригадир Дәүләт тә, бухгалтер ҙа — бөтәһе, бөтәһе лә насар, эш өсөн тырышмайҙар, эсәләр, һөйләшеүҙә тупаҫтар, ялҡауҙар. Ғөмүмән, автор ниндәй ҡара буяуҙар таба алған — бөтәһен дә улар өҫтөнә ҡоя. Шуныһы характерлы: уларҙың бер яҡшы яҡтары ла юҡ, исемдәре телгә алыныу менән үк, тиҫкәре икәнлектәре аңҡып тора...

...Ниңәлер Й. Солтановта һәр әҫәрҙә «кәмһетелгәндәр» мотивы өҙөлмәй, ҡабатлана бирә. Повестә лә, «Йөрәк һыҙлай» хикәйәһендә лә — шул мотив. Был, бигерәк тә, «Яғымһыҙ кеше йылмая» исемле хикәйәһендә ныҡ сағыла. Уның төп геройы егерме йыл төрмәлә ултырған. Ҡайтҡас та уға шундай ҡараш. Был тәбиғи ҙә, ләкин күбәйеп кенә китә...

...Йыһат Солтановтың әлеге әҫәрҙәренә ҡарағанда өмөт бар, был әҫәрҙәрен дә ул кәрәкле художество кимәленә еткерә алыр тип уйлайым.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 387. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Измерение следующих дефектов: ползун, выщербина, неравномерный прокат, равномерный прокат, кольцевая выработка, откол обода колеса, тонкий гребень, протёртость средней части оси Величину проката определяют с помощью вертикального движка 2 сухаря 3 шаблона 1 по кругу катания...

Неисправности автосцепки, с которыми запрещается постановка вагонов в поезд. Причины саморасцепов ЗАПРЕЩАЕТСЯ: постановка в поезда и следование в них вагонов, у которых автосцепное устройство имеет хотя бы одну из следующих неисправностей: - трещину в корпусе автосцепки, излом деталей механизма...

Понятие метода в психологии. Классификация методов психологии и их характеристика Метод – это путь, способ познания, посредством которого познается предмет науки (С...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.007 сек.) русская версия | украинская версия